Версия сайта для слабовидящих
02.03.2021 05:58
28

1 март башҡорт ғаиләһе көнө!

II2D5gM0UswWxLjSVj2knkhvT5-X3_KzsP9xcumP4aUs

1 март башҡорт ғаиләһе көнө! Телен, милләттең йолаларын хөрмәт иткән, балаларына уларға ҡарата һөйөүҙе һеңдерә алған ғаиләләр һәр ваҡыт һоҡландыра. Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү буйынса өлөш индереүсе Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә эшләүсе ғаилә Игебаевтар.
Әнүәр менән Миләүшә Игебаевтарҙын ғәилә тормошо Йылайыр районының һабыр ауылында башланып китә. Бер ҡыҙ, бер ул уҫтерәләр. 2007 йылда Сибай ҡалаһына күсеп киләләр. Шунан бирле Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә эшләйҙәр. Береһе уҡыусыларҙы ағастан һырлап юнырға өйрәтә, икенсеһе бәләкәс төркөмдәрҙе һүрәт төшөрөү алымдарын өйрәтә. Шулай уҡ улар ижади эштәр менән булалар: ағастан төрлө эйберҙәр эшләйҙәр, балаҫ һуғалар, һәм тағы ла куп төрлө ижади эштәр менән булышалар. Үҙҙәрелә, уҡыусылары ла төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашалар, призлы урындар алып торалар.